Поиск

Фәһемле осрашыу.

19 март «Нур” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының тәрбиәләнеүселәре - мөмкинселектәре сикләнгән балалар тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылды. Музей хеҙмәткәре Кәипова Гөлшат Сәфәрғәле ҡыҙы балаларға башҡорт халҡының үҙенә генә хас биҙәктәре менән таныштырып, уларҙың һәр береһе оло мәғәнәһе эйә булыуын билдәләне . Артабан оҫталыҡ дәресендә балалар әсәйҙәре менән бергәләшеп ошо сағыу биҙәктәрҙе ҡулланып төрлө ҡул эштәрен башҡарҙы.


Музейҙа оҫта ҡуллы райондаштарыбыҙ Ибраһимова Светлана һәм Килдебаева Зиләнең сағыу ҡул эштәренән торған күргәҙмәләре сарала ҡатнашыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Ысынлап та , һуңғы осорҙа йәштәрҙең башҡорт халҡының тарихына, йолаларына, милли кейеменә, биҙәүестәренә иғтибар биреүе бик ҡыуаныслы хәл .







 ЕЖЕНЕДЕЛЬНУЮ РАССЫЛКУ 

Телефон для связи:

+7 (34758) 2-14-38

Мы в социальных сетях

  • Vkontakte Social Иконка