Поиск

Татыу ғаилә нигеҙе - ихласлыҡ, мөхәббәт, ышаныс һәм тоғролоҡ.

Һүҙебеҙ пар ҡанатлы булып, һикәлтәле ғүмер ғүмер юлдарынан матур атлаусы, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе беҙҙең атай-әсйебеҙ Кинйәбикә һәм Рафиҡ Мәмбәтовтар тураһында. Улар бына матур тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә атлайҙар.

Атайыбыҙ Рафиҡ Вәкил улы туғандарына, әсәйебеҙгә ныҡлы таяныс, беҙгә, балаларына өлгөлө атай.

Атайыбыҙ Әсмә һәм Вәкил Мәмбәтовтар ғаиләһендә биш ҡыҙ араһында бер ул булып үҫә. Бер бөртөк малай булһа ла, иркә үҫмәй ул. Ун йәшенән атта һыбай йөрөп, бесән эшләй. Атайының уң ҡулы була. Башланғыс класты ауыл мәктәбендә уҡыһа, артабан Мәмбәт ауылында уҡыуын дауам итә. 9, 10-сы кластарҙы Аҡъяр мәктәбендә уҡып, тамамлап ҡуя. Унан һуң Бәләбәй ҡалаһында киномеханик һөнәрен үҙләштерә. Уҡып ҡайтып, Иҫәнгилде, Әбделнәсир ауылдарында кино ҡуйып йөрөй. 1965 йылдарҙан башлап, механизатор булып эшләй. Йәштән үк әүҙем тормош юлы алып бара. Тыуған районы, ауылы өсөн янып йәшәй. Комсорг, профком вазифаһын да үтәй. Коммунистар сафына инә. Ауылдың старостаһы, инвалид-ветерандар советы председателе булып та һайлана. Һөҙөмтәле эше өсөн бик күп маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. Ауылда уны алдынғы ҡарашлы, тәрән һәм аҡыллы фекер йөрөтөүсе ир-уҙаманы тип, шулай уҡ Мәмбәтовтар шәжәрәһен яҙыусы Мостафа Аллаяр улының ейәне булараҡ хөрмәтләйҙәр. Сөнки атайыбыҙ шәжәрәне һаҡлап, яңыртып баҫтырыусы.

Әсәйебеҙ Кинйәбикә Ғүмәр ҡыҙы районыбыҙҙың Яңы Украинка ауылында Хәфизә һәм Ғүмәр Ахтямовтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ғаиләлә дүрт малай, биш ҡыҙ бала үҫә. Әсйебеҙ бәләкәйҙән шуҡ була. Ҡыҙыҡ хәлдәре лә күп уның. Атай-әсәйе бер туйға киткәндә балаларҙы өйҙә бикләп ҡалдыралар. Ә әсәйемдең ҡалғыһы килмәгән. Тәҙрәне ярып сығып, арттарынан барып, ҡуша ултырып китә. 5-се класта уҡығанда атайы, 8-селә әсәйе үлеп китә. Иртүк етем ҡала. Атай-әсәйҙәре мәрхүм булғас, ҡустыһы менән икеһе Зәйтүнә апайы менән Әдиф еҙнәһе Сәлимгәрәевтар ҡулында тороп ҡалалар. Әсәйебеҙ уларға мең рәхмәтле. Ул йыш ҡына атайы иҫенә төшкәндә, атайының ҡустыһы Дауыт менән икәүһен Подольск мәктәбенә ат менән алып йөрөүен, оҙон тәнәфес ваҡытында ашарға алып килеп, тамаҡ ялғатыуын һәйләп ала.

8-се класты бөтөү менән сығарылыш кисәһенә лә бармай, совхозға һауынсы кәрәклеген ишетеп, эшкә сығып китә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы башлаған эшенә тоғро ҡала. Уның да уңышлы эштәре баһаһыҙ ҡалмай. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр биҙәй. “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була. Әсәйебеҙ хәҙер ҙә тик ултырмай. Ауылдың ағинәйҙәр төркөмөндә йөрөй. Ҡәҙерлебеҙҙе ауыл халҡы алсаҡ күңелле, көслө рухлы, шаян, тапҡыр һүҙле, йыр-моңға ла маһир булыуы өсөн хөрмәт итә.

Пар килеш тормошта үҙ урындарын табып, ғаилә усағын һүндермәйсә донъя көтөүҙәренә 50 йыл да тулған. Ошо дәүер эсндә улар өс ҡыҙ, ике улға ғүмер, һәр береһенә яҡшы тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтырҙылар. Һр беребеҙ етеш донъя көтәбеҙ. Хәҙерге көндә 11 ейән-ейәнсәрҙәргә, ике бүләсәгә һөйөнөп, ғүмер кисерәләр. Тыштан ҡарап туйғыһыҙ матур, эстән зауыҡ менән биҙәлгән йорт беҙҙе беҙҙе үҙенә тартып тора. Әсәйебеҙҙең тәмле аштарын, атайыбыҙҙың аҡыллы кәңәштәрен һағынып тыуған йортҡа ҡайтабыҙ. Килгән һәр кемгә  уларҙың йорт ҡапҡаһы ла, күңелдәре лә асыҡ. Ауылдашарына, туғандарына итәғәтле, ихтирамлы, ярҙамсыл, абруйлы, саф күңелле, эш-һөйәр ғаилә ул беҙҙең ҡәҙерле кешеләрбеҙ.  

Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ! Беҙҙе үҫтереп, матур тәрбиә биргәнегеҙ, ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе, бүләсәләрегеҙҙе тәрбиәләшәһегеҙ. Һеҙгәныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән матур, тыныс тормошта, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарын күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Һеҙ әле лә оло йөрәкле, әүлиә заттар. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә.



 ЕЖЕНЕДЕЛЬНУЮ РАССЫЛКУ 

Телефон для связи:

+7 (34758) 2-14-38

Мы в социальных сетях

  • Vkontakte Social Иконка